загрузка...
Техподдержка
Поиск Вход
Муниципальное автономное общеобразовательное учреждение  школа-интернат основного общего образования г.Белебея  муниципального района Белебеевский район Республики Башкортостан
Российская Федерация, Республика Башкортостан, Белебей, им. В.И. Ленина, д.1

#башҡорттелекөнө2021марафон#деньчетвертый

11 декабря 2021 г.

Бәләбәй ҡалаһы мәктәп-интернаты флешмобҡа ҡушыла

#башҡорттелекөнө2021марафон
#деньчетвертый
#башкорттеленәрәхмәтлемен
#благодарябашкирскомуязыку

Халыҡта “Иң татлы тел – туған тел, әсәм һөйләп торған тел” тигән мәҡәл бар.
Минең туған телем – башҡорт теле. Минең телем мең-мең йылдар аша, һис бер тарих һынауҙарына бирешмәй ата-бабаларыбыҙҙың йәшәү тарихын, йыр-моңон, ижадын түкмәй-сәсмәй беҙҙең көндәргә еткәргән тел ул.
Башҡот теле - ул минең бер өлөшөм. Сөнки унһыҙ мин башкорт ҡыҙы була алмаҫ инем. Күпмелер, әҙәби телдән айырмалы булһа ла, үҙ телем йомшаҡ та, яғымлы ла. Мин үҙ телемдә “әтей-әней” –тип иң яҡындарыма ҡыуанып өндәшәм. Уларҙың өҙөлөп: “ Ҡыҙым”- тейеүҙәре ҡанат ҡуя күңелгә.Туған телемдә мин дуҫтарым менән аралашам. Башҡорт телемдәге моң, көйҙәргә, бейеүҙәргә мин бик ғашиҡ. Үҙем дә йырларға яратам.
Туган телем минең өсөн бик ғәзиз. Ул - иң туған, иң матур, иң татлы тел!
“Бабайҙарҙан, əсəйемдəн алған -
Ғүмер буйы тапҡан милкемде,
Улым, ҡыҙым, һеҙгə ҡалдырамын
Бөйөк мираҫ - туған телемде.” Р.Мифтахов .

Сайт образовательной организации
1 из 0